День башкирского языка

Декабрь 15, 2023 Просмотров: 3960

14 декабрь көнө беҙҙең мәктәптә ҙур сара-башҡорт теле көнө үткәрелде. Иртәнсәк уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы башҡорт йырҙары ҡаршы алды. Һәр класта Берҙәм башҡорт теле дәресе үтте.Артабан тел уҡытыусылары “Етеҙ уҡыусы” конкурсы үткәрҙе. Уҡыусылар ихлас әҙерләнеп килгәндәр, әүҙем ҡатнаштылар. Сара аҙағында күмәкләшеп саф башҡортса йырланыҡ һәм бейенек.

Шулай итеп,башҡорт теле көнө шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Был көн уҡыусыларҙың хәтерендә оҙаҡҡа һаҡланыр, тыуған телебеҙгә һөйөүҙәрен, ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырыр тип ышанғы килә.